Халыҡ-ара
ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, ике йыл
тыйылып торғандан һуң, Япония “кит
программаһы”н ҡайтанан башланы- 4 карап
Антарктика һыуҙарына юлланды. Флотилия
флагманы- “Нисссин мару”- кит итен
эшкәртергә һәләтле донъялағы берҙән-бер
карап. Экспедицияның
рәсми маҡсаты- ғилми тикшеренеүҙәр. Ил
властары кит аулаусыларҙы экологтарҙан
ҡурсаларға вәғәҙә бирә:
-Докладтарына
ҡарағанда, улар беҙҙең тикшереү
программаһына ҡырҡа ҡаршы сыға; уларҙың
белдереүҙәрен, әгәр беҙ диңгеҙҙә
осрашһаҡ, беҙҙең эшебеҙгә ҡамасауларға
йыйыныу тип баһаларға кәрәк,-тине ауыл
һәм урман хужалығы һәм балыҡсылыҡ
министрлығы вәкиле Сатоши Кунии.
1986
йылдан бирле халыҡ-ара ҡағиҙәләр
коммерция кит аулау промыслаһын тыя,
әммә фәнни маҡсатта аулауҙы рөхсәт итә.
Япония шунан файҙаланған да инде. Уҙған
йылдың мартында БМО Халыҡ-ара суды
Антарктикала промысел менән шөғөлләнеүҙе
туҡтатыуҙы, “тикшеренеү” лицензияларын
кире алыуҙы талап итте.
Токио
күпселек киттарҙың юғалыу алдында
торған төргә ҡарамауын белдерә, ә кит
ашауҙы илдең мәҙәни йолаһы тип атай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий