среда, 2 декабря 2015 г.

Француз фрегаты Ливия ярҙары буйында легаль булмаған мигранттар ултырған кәмәләрҙе туҡтата.


Франция Хәрби диңгеҙ көстәре караптары, шул иҫәптән Courbet фрегаты, Урта диңгеҙ аша Европаға легаль булмаған юлдар менән мигранттарҙы ташыусыларға ҡаршы көрәшкә ҡушылды. Фрегат бортында-  200 самаһы моряк, вертолет, шулай уҡ тиҙ йөрөшлө кәмәләр.

Бөгөн төндә Ливия ярҙары буйында фрегат радарҙары өс шикле кәмә теркәгән. Уларҙың береһенә вертолет ебәрелгән. Карапты ҡулға төшөргәндәр, тик контрабандистар Ливия территориаль һыуҙарына кире ҡайтып өлгөргән.
300 тирәһе мигрант Италия яр буйы һағы ҡулына тапшырылған.

Француз фрегаты моряктары карап бортына күтәрелде, ул шул ҡәҙәр иҫке, моғайын, Италияның яр буйҙарына барып етә алмаған да булыр ине. Моряктар карапты ентекләп тикшереп сыҡты.

-Бында кешеләрҙең мәғлүмәттәре һаҡланған кәрәҙле телефондар, ноутбуктар табылыуы мөмкин,-тип аңлата бер моряк.-Беҙ дарыуҙар ҙа табабыҙ- улар аша борттағы кешеләрҙең ниндәй ауырыуҙар менән сирләүен асыҡлайбыҙ.

Тикшереү тамамланғас, контрабандистар кәмәһе шартлатылды.

Моряктар һәр ваҡыт юғары әҙерлек хәлендә. Был райондағы хәлдәр көсөргәнешле, хәрбиҙәр провокациялар һәм ҡораллы һөжүмдәр булыу мөмкинлеген дә инҡар итмәй, шуға күрә тейешле хәрби уйындар уҙғарылып тора.

Терроризм хәүефе бар: беҙгә шартлатҡыс һалынған катер ебәреүҙәре ихтимал, мәҫәлән, ракеталар менән утҡа ла тотоуҙары мөмкин,”-ти бер хәрби хеҙмәткәр.

Ливия ярҙарында ике ай булғандан һуң, Courbet, Сүриә һәм Иракта ИД менән көрәшеү өсөн, “Шарль де Голль” авианосецына ҡушыласаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий