Донъялағы
иң ҙур социаль Facebook селтәренә нигеҙ
һалыусыларҙың береһе һәм уның башлығы
Марк Цукерберг ҡатыны һәм үҙенең
исемендәге компания акцияларының 99
процентын хәйриә эшенә тотонорға
ниәтләүен белдерҙе.
Был
турала Цукерберг һәм уның ҡатыны
Присцилла Чан үткән аҙнала донъяға
килгән ҡыҙҙары Максимаға төбәп яҙылған
хаттарында хәбәр итте. Әлеге мәлдә ғаилә
акцияларының 99 проценты 45 миллиард
доллар тора.
Цукербергтың
Facebook битендә баҫылған мөрәжәғәттә былай
тиелә:
“Һәр
бер ата-әсә кеүек, беҙ ҙә бөгөн йәшәгән
донъябыҙҙан күпкә яҡшыраҡ донъяла
үҫеүеңде теләйбеҙ. Тәүге нәүбәттә
иғтибарҙы индивидуаль белем алыуға,
сырхауҙарҙан ҡотолоуға, кешеләрҙе
берләштереүгә һәм ныҡлы ширҡәттәр
төҙөүгә йүнәлтәсәкбеҙ.”
Хатында
Цукерберг иң ҙур акция хужаһы һәм
компания башлығы вазифаһынан баш
тартырға йыйынмауын да әйтеп үтә.
Хәйриә
проекттары өҫтөндә был ғаилә барлыҡҡа
килтергән Chan Zuckerberg Initiative ойошмаһы
эшләйәсәк. Яҡын айҙарҙа проект хаҡында
ентеклерәк мәғлүмәт биреләсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий