среда, 2 декабря 2015 г.

Роза Паркс: урын бирмәүселәр хәрәкәте.


АҠШ-та ҡара тәнлеләрҙең үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәш этаптарының береһенә әүерелгән ваҡиғаның 60 йыллығын билдәләйҙәр.

1955 йылдың 1 декабрендә кис 42 йәшлек Роза Паркс Алабама штатының Монтгомери ҡалаһында, эштән һуң өйөнә ҡайтыу өсөн, автобусҡа ултыра. Ул аҡ тәнлеләргә тәғәйенләнгән урындар янындағы рәткә урынлаша. Бара торғас, автобусҡа халыҡ тула- буш урындар бөтә. Шул саҡта кондуктор, ул саҡтағы ҡағиҙәләрҙән сығып, килеп ингән аҡ тәнле пассажирға урын бирергә ҡуша, тик Роза Паркс баш тарта.


Сегрегация законын боҙғаны өсөн, Роза Парксты ҡулға алалар һәм ярты сәғәт эсендә йәмәғәт тәртибен боҙоуҙа ғәйепле тип ҡарар сығаралар. Бындай хәлдәр элек тә була һәм хатта бер нисә тапҡыр суд ҡара тәнлеләрҙе аҡлай.

Розаның был ғәмәле кеше хоҡуҡтары өсөн хәрәкәт байрағына әүерелә, ә Монтгомери халҡы йәмәғәт транспортына бойкот иғлан итә- ул бер йылға һуҙыла һәм автобус компанияларына ҙур зыян килтерә.

Бойкотты башлаусыға- 26 йәшлек Мартин Лютер Кингҡа- был акция танылыу алып килә.

Һөҙөмтәлә, 1956 йылдың декабрендә, АҠШ-тың Юғары суды йәмәғәт транспортындағы раса сегрегацияһын законһыҙ тип таба.
Ҡара тәнле активистың бәләкәй генә ғәмәле ҙур эҙемтәләргә алып килә һәм иҙелгән халыҡтың хоҡуҡтары өсөн көрәштең әләменә әүерелә.



Шулай ҙа Роза Парксҡа штраф һалалар, ул эшен юғалта, күсеп китергә һәм яңы урында тегеүсе булып урынлашырға мәжбүр була.

Күп һанлы ҡотлауҙар, наградалар, хатта Капитолийҙағы Милли Скульптура залындағы статуя аҙаҡ килә.

1990 йылдар аҙағында Америка конгрессмендары уны “граждандар хоҡуғы өсөн көрәштә тәүге ҡатын” тип атай.

Роза Паркс 2005 йылдың көҙөндә донъя ҡуя.




Комментариев нет:

Отправить комментарий