четверг, 3 декабря 2015 г.

СОР-21: Франция конференция эшен әүҙемләштерергә саҡыра.


Парижда климат үҙгәреүенә арналған БМО-ның Бөтә донъя конференцияһы эшен дауам итә. Трибунала докладсылар алмашынып тора, күп һөйләйҙәр һәм вәғәҙә бирәләр. Әммә көндән-көн бер нәмә күҙгә ташлана: форумда ҡатнашыусылар, планетаны ҡотҡарыуҙан бигерәк, үҙҙәренең иҡтисади мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға ынтыла.

Шаршамбы көн Францияның эске эштәр министры Лоран Фабиус эште әүҙемләштерергә кәрәклегенә баҫым яһаны. Айырым алғанда, ул былай тине:

Беҙ процесты тиҙләтергә тейеш, алда эш күп. Йәһәтерәк юл ҡуйышып килешергә кәрәк. Дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары дүшәмбеләге сығыштарында беҙгә аныҡ мандат бирҙе һәм беҙ, уңышҡа ирешеү өсөн, бөтә көстө һалырға тейеш.”

Ғәҙәттә һәр саҡ шулай була: тәүҙә эш көйһөҙ бара, аҙаҡ арыулана,-ти Climate Advisers консалтинг компанияһы президенты Найджел Пәрвис.-Киләһе ун көн эсендә көрсөккә яҡын хәлдәрҙең шаһиты булырбыҙ күрәһең. Килешеүҙәр ҡыл өҫтөндә торасаҡ, барыһы ла конференцияның уңышһыҙлығы хаҡында һөйләйәсәк. Был ғәҙәти нормаль күренеш. Аҙаҡ иһә мөһим ҡарарҙар һәм йөкләмәләрҙе эсенә алған килешеү төҙөләсәк- аныҡ алға китеш буласаҡ ул”.

Француз властары, теракттарҙан һуң күмәк сараларҙы тыйһа ла, активист-экологтар, Париждағы климат форумы көн тәртибен хуплап, акциялар үткәрә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий