пятница, 4 декабря 2015 г.

ЕС сиктәрен насар һаҡлайҙар тигән ғәйепләүҙәрҙе Греция кире ҡаға.


Евроберләшмәгә ҡасаҡтар килеп тулыу арҡаһында, бер нисә ил Грецияның Шенген зонаһы ағзалығын туҡтатырға тәҡдим итте. Улар Афинаны уртаҡ сик буйын насар һаҡлауҙа һәм яңы килеүселәрҙе тейешенсә теркәмәүҙә ғәйепләй.

Миграция сәйәсәте министры Яннис Музалас Евроньюсҡа биргән интервьюһында бының менән килешмәй:

Беҙ Грецияны Шенген зонаһынан ситтә күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Европа буйлап иркен йөрөүгә нөктә ҡуйылды тигән һүҙ булыр ине ул,-ти министр.-Грецияның ЕС сиктәрен насар һаҡлауға дәлилдәре бармы? Беҙ бер нисә тапҡыр уларҙы күрһәтеүҙәрен һораныҡ. Эврос өлкәһендәге Төркиә менән ҡоро ер сигенә килгәндә, уны идеаль рәүештә һаҡлайбыҙ. Ә диңгеҙ сиктәрен ябыу мөмкин түгел- һыуҙа беҙ кешеләрҙе ҡотҡарыу менән генә шөғөлләнәбеҙ. Греция- мигранттарҙың һәм ҡасаҡтарҙың Евроберләшмәгә ишеге тигәндәре менән төптө килешмәйбеҙ. Ундай ишек- Төркиә яр буйҙары.

Еврокомиссия Грецияны Frontex сик буйы агенствоһы менән эш итеүҙән һәм ҡасаҡтарға гуманитар ярҙамдан баш тартыуы өсөн ризаһыҙлыҡ белдерә. Яннис Музалас иһә башҡа илдәрҙе Грецияның тәҡдимдәрен иғтибарһыҙ ҡалдырыуҙа ғәйепләй:

Бармаҡ эҙҙәрен төшөрөп алыу өсөн, беҙ 100 машина һораныҡ, әммә 42-һен генә алдыҡ, уларҙың 12-һе Германиянан,-ти министр.- Frontex менән хеҙмәттәшлек итергә теләмәйһегеҙ тиҙәр. Был ялған. Майҙа беҙ 230 хеҙмәткәр һораныҡ, шуларҙың яртыһы ғына килде. Уртаҡ план өҫтөндә эшләү өсөн, йәнә 1600 кеше һораныҡ- берәү ҙә килмәне. ЕС граждандар һағы механизмын ҡулланыуҙы һорамайһығыҙ, тиҙәр. Бөгөн беҙ уны эшләнек.

Йома көн ЕС-тың эске эштәр министрҙары миграция һәм Шенген мәсьәләләре хаҡында һөйләшәсәк. Матбуғатта күренеүенсә, миграция көрсөгө һәм террористик хәүеф арҡаһында, эске сиктәр контролен ике йылға оҙайтыу тураһында һүҙҙәр йөрөй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий