суббота, 5 декабря 2015 г.

Греция-Македония: “иҡтисади ҡасаҡтар” ҙа ЕС-ҡа ынтыла.


Сүриә, Ирак һәм Афғанстандан 1000-дән ашыу ҡасаҡ үткән тәүлектәрҙә Греция сиге аша Македония территорияһына үтеп ингән. Бынан улар ЕС-тың башҡа илдәренә юл тотасаҡ.

Скопье властары ноябрҙә үҙ иле территорияһына сығыштары менән хәрби конфликт зонаһынан булғандарҙы ғына үткәрергә ҡарар иткәс, Марокко, Алжир, Иран һәм Пакистандың иҡтисади ҡасаҡтары Греция-Македония сигенең нейтраль зонаһында тороп ҡалды. Унда 1500 самаһы кеше йыйылып киткән. Йома көн иртән, сик аша үткәреүҙе талап итеп, улар тәртип һағында тороусыларҙы таштар менән бәргеләгән.

Ошондай бәрелештәр кесаҙнала ла булды. Ҡасаҡтарҙы сик буйынан ҡыуыу өсөн, полиция йәш ағыҙыусы газ ҡулланды. Бер мигрант, Марокко гражданины, һәләк булған- уны ток һуҡҡан, тип уйлайҙар.

Һуңғы көндәрҙә Италия ярҙарында ҡасаҡтар ағымы күбәйҙе. Көндәр матур тора, мигранттар йәнә ауыр диңгеҙ сәйәхәтенә йөрьәт итә. Бер нисә тәүлек эсендә Италия яр буйы һаҡсылары 11 тапҡыр ҡасаҡтарҙы ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашты. Сицилия ярҙарына иһә 2 мең кеше аяҡ баҫҡан.



Комментариев нет:

Отправить комментарий