Германия
Федератив Республика Ҡораллы көстәре,
Икенсе донъя һуғышынан һуң 10 йыл үткәс,
1955 йылда төҙөлә. Оҙаҡламай Германия
НАТО-ға инә, әммә Бундесверҙың Германиянан
ситтә һуғышырға хоҡуғы булмай. Былар
конституция кимәлендә теркәлгән. Немец
армияһының аныҡ вәкәләттәре бар-
Германияла тыныслыҡты тәьмин итеү,
һаҡлау.
1955
йыл- нацизм барыһының да хәтерендә, тик
Европа Совет ғәскәрҙәре үтеп инеүенән
ҡурҡа. Ул саҡта Варшава килешеүе төҙөлә.
Германия ҡораллы көстәренә Көнбайыш
Европа һағында тороусы форпост тип
ҡарайҙар. СССР тарҡалып, Берлин стенаһы
емерелеп, ил берләшкәнсе, ул ошо ролдә
ҡала.
Ул
замандан бирле Германия үҙгәрҙе, тик
халыҡ, армия халыҡ-ара операцияларҙа
ҡатнашырға тейеш түгел, тип иҫәпләй.
Бына шуның өсөн немецтар Германияның
Сүриә һәм Ирак эштәренә ҡыҫылыуына
ҡаршы митингыларға сыҡты. Акцияларҙа
ҡатнашыусылар, парламент ҡарары ил
йәмәғәтселеге фекеренә бөтөнләй тап
килмәй, тип бара.
Әйтергә
кәрәк, был хәрби операция немец армияһы
өсөн тәүгеһе түгел. 1993 йылда Будесвер
Балкандағы БМО эгидаһы аҫтындағы хәрби
хәрәкәттәрҙә ҡатнашты. Немец авиацияһы,
Косово һәм Боснияны бомбаға тотҡанда,
НАТО менән хеҙмәттәшлек итте.
Хәҙер
иһә немец хәрби хеҙмәткәрҙәре бөтә
донъялағы тиҫтәләрсә халыҡ-ара
операцияларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән,
Афғанстанда әлеге мәлдә- 900 немец хәрби
хеҙмәткәре, Косовола- 700 тирәһе.
Операцияларға БМО рөхсәт биргән.
Шулай
ҙа, 2011 йылда, БМО Именлек Советында
Ливияға интервенция мәсьәләһе буйынса
хәл иткес тауыш биреү ваҡытында, Германия
Рәсәй һәм Ҡытай менән бер рәттән уны
хупламаны. Шул рәүешле Берлин үҙенең
Европа партнерҙарынан нисектер айырылып
ҡалды.
Уҙған
йыл Германия ИДИЛ-ға ҡаршы һуғышҡа
ҡушылырға ҡарар итте. Тәүҙә ул боевиктар
менән алышыусы курдтарҙың “Пешмерга”
хәрби формированиеларын ҡорал менән
тәьмин итте, аҙаҡ унда инструкторҙарын
оҙатты. Хәҙер Германия артабан китте-
рәсми рәүештә Сүриә һәм Иракта ИДИЛ-ға
ҡаршы коалицияға ҡушылды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий