воскресенье, 6 декабря 2015 г.

ИДИЛ Калифорниялағы һөжүмде үҙ өҫтөнә алған.


Ислам дәүләте” төркөмө 14 кешенең ғүмерен өҙгән Калифорниялағы һәләкәт өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған. Ирле-ҡатынлы енәйәтселәр, һөжүмдән һуң, полиция менән атыш ваҡытында үлгән. Федераль тикшереү бюроһы тәфтишселәре, уларҙың фатирын ҡарап сыҡҡандан һуң, енәйәт ентекләп әҙерләнгән тигән һығымта яһаған.

Сан-Бернардино халҡы бәләкәй генә ҡалаларында теракт әҙерләнеүенә шаҡ ҡатҡан.

Мин юл аша ғына йәшәйем, ә бында шул ҡәҙәр бомба!-ти Андреа, һөжүм итеүселәрҙең күршеһе.-Бик ҡурҡыныс. Беҙҙең районыбыҙ тыныс. Бында һәр саҡ тыныс һәм рәхәт. Барыһы ла бер-береһен белә. Йортом янында ғына шундай хәлдәр булыр тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем.”

АҠШ президенты Барак Обама әйтеүенсә, тәфтишселәр 6 айлыҡ балаһы булған был ғаиләне шундай енәйәт эшләргә нимә мәжбүр иткәнен асыҡлаясаҡ.

ИДИЛ һәм ошондай террористик ойошмалар, енәйәттәр эшләү өсөн, бөтә донъяла, шул иҫәптән беҙҙең илдә лә, кешеләрҙе әүҙем рәүештә вербовкалау менән шөғөлләнеүен беләбеҙ. Беҙ- хөкүмәт, хоҡуҡ һаҡлау органдары, община һәм дини лидерҙар- яңы һөжүмдәрҙе булдырмау өҫтөндә даими эшләйбеҙ, тик кешеләр был идеология ҡорбаны булмаһын өсөн, беҙгә берләшергә кәрәк.”

Хәҙер Сан-Бернардинола юғары хәүефһеҙлек саралары күрелә. UPS экспресс- ташыу компанияһы офисы, енәйәтселәрҙең адресына посылка килеүе асыҡланғас, эвакуацияланған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий