понедельник, 7 декабря 2015 г.

Немец Санта-Николаусы ҡасаҡ балаларға бүләктәр таратты.


Бер нисә рейд һөҙөмтәһендә өс тәүлектә Урта диңгеҙҙең Ливия ярҙары буйында 4600-ҙән ашыу ҡасаҡ ҡотҡарылды. Шуларҙан 905 кеше- Сахараның көньяғындағы Африка илдәренән килеүселәр- Италияның Реджо-ди-Калабрия портына Норвегияның Siem Pilot карабында килде.

Ҡоро ер юлы менән Европаға атлығыусылар ағымы ла кәмемәй. Греция менән элекке Югославияның Македония Республикаһы сиге араһындағы нейтраль зонала 1500-ҙән ашыу “иҡтисади мигрант” бикләнеп ҡалған. Скопье властары үҙ илдәре аша яҡшыраҡ яҙмыш эҙләгәндәрҙе түгел, һуғыштан ҡасыусыларҙы ғына үткәрергә ҡарар иткән. Сығыштары менән Иран, Пакистан һәм Марокконан булғандарҙы  илдәренә ҡайтырға өндәйҙәр. Уларҙың ҡайһы берҙәре автобустарҙа кире Афинаға юл тоторға ризалашҡан. Ҡайһылары асыуҙарын белдерә һәм йыш ҡына конфликттар тыуҙыра.

Ә немецтарҙың Рурҙағы Мюльхаймында шәмбе көн 11 приюттағы ҡасаҡ балалар өсөн бүләк әҙерләнеләр. Ярҙамға килеүселәр тәм-том һәм бүләктәрҙе ҡаптарға тултырҙы. Сара һөҙөмтәһе ойоштороусылар көндәндән күпкә юғары булды: 500 посылка урынына ике тапҡыр күберәк бүләк йыйылды.

Германия 6 декабрҙә балаларға бүләктәр таратыусы изге Николаус көнөн байрам итә. Эңер төшкәс, Ҡыҙыл тәре хеҙмәткәрҙәре, бүләктәрҙе фургондарға тейәп, приюттарға алып китте.



Комментариев нет:

Отправить комментарий