понедельник, 7 декабря 2015 г.

Әрмәнстан идара итеүҙең парламент формаһына күсә.


Әрмәнстан идара итеүҙең парламент формаһына күсеүҙе хупланы- конституция реформаһына ҡағылышлы референдумдың тәүге һөҙөмтәләре шундай. Хәҙер премьер-министр һәм Әрмәнстан парламентының вәкәләттәре президенттыҡына ҡарағанда күберәк буласаҡ.

Үҙәк һайлау комиссияһы белдереүенсә, ил халҡының 60 проценттан ашыуы яңы төҙәтмәләрҙе яҡлап сыҡҡан.

Дәүләт башлығының церемониал вәкәләттәре генә ҡалған. Парламент төҙөгән хөкүмәт башҡарма властың төп органына әйләнәсәк. Оппозиция, яңы реформа- дәүләт башлығы Серж Саргсяндың үҙ идаралығын дауам итергә маташыуы, тип бара, сөнки 2018 йылда уның икенсе президент срогы тамамлана.


Саргсян иһә оппозицияның был шиктәрен инҡар итә, өс йылдан премьер креслоһына күсергә йыйынмауын белдерә, әйтеүенсә, реформа демократияны нығытыу һәм илдәге власты баланста тотоу өсөн кәрәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий