суббота, 19 декабря 2015 г.

Халыҡ-ара мигрант көнө: 2015 йылда Европала миллион ҡасаҡ.


18 декабрҙә 2000 йылда БМО Генассамблеяһы иғлан иткән халыҡ-ара мигрант көнө билдәләнә. Миграция буйынса халыҡ-ара ойошма (IOM) мәғлүмәттәре буйынса Европаға йыл башынан алып 991 мең самаһы ҡасаҡ һәм мигрант килгән, шуларҙың яртыһы- сүриәлеләр. 800 меңдән ашыуы Грецияға Төркиә аша килгән.

IOM  вәкиле Жоэль Милман Женевалағы матбуғат конференцияһында былай тип белдерҙе:

Беҙҙең прогноздар буйынса, йыл аҙағына ҡәҙәр Европаға килеүселәр иҫәбе миллиондан ашып китәсәк- был уҙған йыл менән сағыштырғанда 5 тапҡыр күберәк. Йәнә шуны ла әйтеп үтергә теләйбеҙ: күмәк миграция, айырыуса декабрҙәгеһе, үлем осраҡтарының артыуы менән айырылып тора. Был бигерәктә Урта диңгеҙҙең көнсығыш өлөшөнә ҡағыла, быйыл унда, кәм тигәндә, 760 кеше һәләк булған.”

Йома көн Грецияның Лесбос утрауындағы Пирей портына сираттағы карап килде, уның бортында 1650-нән ашыу ҡасаҡ һәм мигрант ине. Үткән шаршамбыла Эгей диңгеҙендәге Греция утрауҙарына 4 мең кеше килеп төштө.

Күскенселәр һөйләй:

Сүриәнең Хомс ҡалаһынан ҡастыҡ. Беҙ, әлбиттә, Европа сик буйҙарындағы проблемаларҙан һәм һалҡындар башланыуҙан ҡурҡабыҙ.”

Мин булған бөтә аҡсаларымды тотоноп бөттөм. Ҡайҙа барырбыҙ, ғаиләбеҙ менән ҡайҙа төпләнербеҙ тип бик ҡайғырам. Афғанстанда һуғыш бара. Унда эш юҡ.”

Көн элгәре баҫылып сыҡҡан Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы (ILO) докладында әйтелгәнсә, эшләүсе мигранттар һаны 150 миллиондан ашыу, хеҙмәт эшмәкәрлегендә ҡатнашыу кимәлдәре уларҙы ҡабул иткән ил халҡыныҡынан байтаҡҡа юғары: 72,7% һәм 63,9%.




Комментариев нет:

Отправить комментарий