суббота, 19 декабря 2015 г.

Перуҙа легаль булмаған алтын сығарыусыларға ҡаршы көрәш: ҡурсаулыҡ территорияһында ҡасабалар һәм шахталар яндырылды.


Перуҙың көньяҡ-көнсығышында полиция һәм хәрбиҙәр ҡатнашлығындағы 2 көнлөк махсус операция барышында законһыҙ шахталарҙа алтын сығарған эшселәрҙең 86  лагеры емерелде. Шулай уҡ ҡорамалдар ҙа юҡ ителде. Шахталар Мадре-де-Дьос регионында Тамбопата милли ҡурсаулыҡ территорияһында урынлашҡан.

Полковник Сезар Сьерра һүҙҙәре буйынса, һуңғы өс йылда регионда, легаль булмаған алтын сығарыу арҡаһында, 50 мең гектарҙан ашыу урман һәләк булған.

Бөгөнгө иң етди хәүеф- тирә-яҡ мөхиттең емерелеүе. Законһыҙ алтын сығарыу тирә-яҡ мөхиткә иҫ киткес ҙур зыян һала, сөнки эш барышында терегөмөш һәм тирә-яҡ өсөн хәүефле химикаттар файҙаланыла.”

Йөҙҙәрсә кеше полицияның яҡынлашыуы хаҡында ишеткәс тә ҡасып бөттө. Лагерҙы яндырыр алдынан, эшселәргә шәхси әйберҙәрен алырға рөхсәт иттеләр.

Лизбет Куиспе регионда башҡа эштең булмауы хаҡында һөйләй:

Хөкүмәт беҙгә эш бирмәй, шуға күрә, ғүмеребеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйып, ошонда эшләргә тура килә. Беҙҙе үлтереүҙәре, көсләүҙәре, теләһә ниндәй мәлдә яндырыуҙары мөмкин. Бында закон тигән нәмә юҡ. Әммә нисек тә донъя көтөү өсөн беҙ шундай шарттарҙа эшләргә мәжбүр.

Авторы: Ирина Шелудкова | REUTERS материалдары буйынса



Комментариев нет:

Отправить комментарий