пятница, 18 декабря 2015 г.

Австралия Антарктида ярҙары буйында япондарҙың кит аулау промыслаһына ҡайтанан тотоноуына үкенес белдерҙе.


Австралия премьер-министры Малколм Тернбулл Японияның Антарктида һыуҙарында кит аулау промыслаһын ҡайтанан башлауына үкенес белдерҙе. Был турала ул йома көн Японияға рәсми визиты сиктәрендә Токионың тәбиғәт һәм фән музейында сығыш яһағанда белдерҙе.

2014 йылда, Австралияның дәғүәһе буйынса, БМО-ның халыҡ-ара суды япондарҙың кит аулау программаһын тикшереп, фәнни эштәр алып барылыуына дәлилдәр тапмағас, Японияға кит аулау промыслаһын туҡтатыуҙы йөкмәтте.


Әммә ошо йылдың көҙөндә Япония Халыҡ-ара кит аулау комиссияһына “фәнни маҡсаттарҙан сығып” кит аулау һунарын, элекке һымаҡ ҙур күләмдә булмаһа ла, ҡайтанан башлаясағы хаҡында белдерҙе.

 2015-2016 йылдарҙағы промысла сезонында Япония Антарктида һыуҙарында юлаҡлы 333 китты, ә киләһе 12 йыл эсендә дөйөм алғанда 4 000 китты ауларға йыйыныуы хаҡында белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий