пятница, 18 декабря 2015 г.

Франция: Кристина Лагард адвокаты суд ҡарарын “килешерлек түгел” тип атаны.


Халыҡ-ара валюта фонды башлығы Кристина Лагард француз миллиардеры Бернар Тапиға 400 млн евро күләмендә компенсация түләү эше буйынса финанс махинацияһына ҡыҫылышы бар тип шик аҫтына алынған һәм судҡа бирелгән.

Декабрь башында Париждың апелляция суды компенсацияны законһыҙ тип тапты һәм Тапиға аҡсаларҙы дәүләткә кире ҡайтарыуҙы йөкмәтте.

Кристин Лагардтың был эшкә ҡыҫылышы иҫбат ителһә, уға 15 мең евро штраф һәм бер йылға яҡын төрмә янай. Кристин Лагард адвокаты Ив Репике суд ҡарарын “килешерлек түгел” тип атаны һәм ялыу бирәсәген белдерҙе:

Ҡарар факттар һәм документтар, шулай уҡ прокуратура рекомендациялары инҡар итеп ҡабул ителде. Быны аңлатыу мөмкин түгел.”

1990 йылдар уртаһында Бернар Тапи үҙенең “Адидас” компанияһын ул мәлдә дәүләт контроле аҫтында булған “Лион кредиты” банкы ярҙамында һата. Һуңыраҡ Тапи, зыян күреүе өсөн, банкты ғәйепләй һәм судҡа мөрәжәғәт итә. Кристина Лагард етәкселек иткән финанс министрлығы ҡушыуы буйынса, бойондороҡһоҙ инстанция арбитраж тикшереү үткәрә, уның һөҙөмтәләренә ярашлы Тапи 2008 йылда Франциянан ғәләмәт ҙур компенсация ала.

Авторы: Ирина Шелудкова | REUTERS, ITASS материалдары буйынса.


Комментариев нет:

Отправить комментарий