четверг, 17 декабря 2015 г.

Тайвангә ҡорал һатырға ниәтләүе өсөн, ҠХР АҠШ-ҡа санкциялар менән янай.


АҠШ-тың Тайвангә 2 миллиардлыҡ заманса ҡорал, шул иҫәптән “Перри” класлы ике ракета фрегаты һатырға ниәтләүенә Ҡытай ныҡ ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

Был ҡоралдарҙы һатыу мәсьәләһен АҠШ конгресы раҫларға тейеш.

Пекин Вашингтонды киҫәтеп ҡуйҙы: Тайвангә ҡорал һатыуға ҡыҫылышы булған Америка компанияларына санкциялар индереләсәк.

Тайвангә ҡорал һатыуға йәлеп ителгән Америка компаниялары Ҡытайҙың суверенитетын, именлеген һәм мәнфәғәттәрен етди ҡаҡшата. Ҡытай хөкүмәте һәм предприятиелары был компаниялар менән хеҙмәттәшлектән баш тартасаҡ һәм сауҙа алып бармаясаҡ,”-тип белдерҙе ҠХР сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Хун Лэй.

АҠШ хәрби караптарҙан тыш Тайвань үҙоборона көстәренә танкыларға ҡаршы идара ителеүсе TOW2В ракеталары, танкыға ҡаршы “Джевелин” ракета комплекстары, хәрби десант машиналары, шулай уҡ “Стингер” зенит-ракета комплекстары һатырға ризалашҡан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий