четверг, 17 декабря 2015 г.

ЕС һәм ЮНИСЕФ Төркиәлә Сүриә ҡасаҡтары балалары өсөн мәктәптәр аса.

Картинки по запросу Эта школа для детей из семей сирийских беженцев открылась на юге Турции в Шанлыурфа


Төркиәнең Шанлыурфа адмистратив үҙәгендә Сүриә ҡасаҡтары балалары өсөн мәктәп асылды. Уҡыу үҙәген “Минең тормошом” тип атағандар, унда 25 йәшкә тиклемге ҡыҙҙарға белем һәм тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бирелә. Улар телдәрҙе өйрәнә, психолог ярҙамы ала һәм үҙешмәкәр, театр түңәрәктәренә йөрөй.

-Беҙ бында хәрефтәрҙе, һүҙҙәрҙе өйрәнәбеҙ. Тағы бик күп нәмәләр,-ти бер бала.
-Был төрөк теле дәресеме?
-Юҡ, инглиз теле.
-Беҙ уҡырға, яҙырға өйрәнәбеҙ, уйнайбыҙ һәм йырлайбыҙ.
Үҫкәс, һин кем булаһың?
-Врач.

Мәктәпте Евроберләшмә һәм БМО-ның балалар фонды- ЮНИСЕФ финанслай. Киләһе йылда Төркиәләге шундай мәҙәни һәм белем биреү үҙәктәренә күберәк аҡса бүлеү планлаштырыла.

-Сүриәлеләр- белем алыуға етди ҡараған халыҡ, беҙгә был бик оҡшай,-ти Төркиәләге ЕС илсеһе Насйорг Габер.-Үҙ йорттарын ҡалдырып китергә мәжбүр булған был быуындың оҙаҡ йылдар ыҙа сигеүен һәм хатта белем алырға ла мөмкинлеге булмауын беҙ теләмәйбеҙ. Уларҙың карьера эшләүҙәрен теләйбеҙ һәм белем бирергә тырышабыҙ.

Бишенсе йыл дауам иткән һуғыш ауыр гуманитар көрсөк тыуҙырҙы, унан айырыуса балалар йонсой. Ҡыҙ балаларға уғата ҡыйын.

Филипп Дюамелль, Төркиәләге ЮНИСЕФ вәкиле былай ти:

-Тәжрибә шуны күрһәтә: үҫмер ҡыҙҙар айырыуса яҡлауға мохтаж. Йәш кенә көйө улар көс ҡулланыуҙарға, енси эксплуатацияға дусар була.

Евроньюс” хәбәрсеһе Бора Байраҡтар Шанлыурфанан һөйләй:

-Сүриә көрсөгө тәрәнәйә бара, уның осо-ҡырыйы күренмәй, шуға күрә ҡасаҡтар өсөн оҙайлы проекттар эшләү зарур. ЕС-тан һәм халыҡ-ара ойошмаларҙан яңы финанс ярҙамы килеү менән, бындай белем биреү, мәҙәниәт үҙәктәре күбәйәсәк. Төркиәлә кескәй сүриәлеләр 1 миллиондан ашыу, шуларҙың 746 меңе мәктәп йәшендә. Ошо балаларҙың 451 меңе белем алыуҙан мәхрүм.















Комментариев нет:

Отправить комментарий