среда, 16 декабря 2015 г.

Республиканлылар дебаты: АҠШ президенты посына кандидаттар милли именлек хаҡында бәхәсләште.


Республиканлылар фирҡәһенән АҠШ президенты посы кандидаттарының бишенсе һәм быйылғы йылдағы иң һуңғы теледебаты башлыса милли именлек һәм терроризм менән көрәш проблемаларына бағышланғайны.

Дискуссия алыш фавориты Дональд Трамптың мосолмандарҙы АҠШ-ҡа индереүҙе ваҡытлыса тыйырға вәғәҙә биреүенән башланды. Флориданың элекке губернаторы Джеб Буш Трампҡа һөжүм яһаны:

Белеүегеҙсә, Дональд телдәр әҙәм, әммә ул хаос президенты буласаҡ. Ул беҙгә кәрәк, илгә именлек килтерерҙәй ғәскәр башлығы булмаясаҡ.”

Дональд Трамп яуапһыҙ ҡалманы:

Джеб, әлбиттә, мине аҡылдан шашҡан тип уйламай. Кампанияһы ҡомға терәлгәнгә шулай һөйләй ул. Был- һәләкәт. Ул берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмай.”

Техасс сенаторы Тед Круз президент Обаманың һәм элекке дәүләт сәркәтибе Хиллари Клинтондың оҡшамаған режимдарҙы бәреп төшөрөү сәйәсәте радикаль исламистарҙы көсәйтеп кенә ебәреүе хаҡында белдерҙе.

Hewlett-Packard компанияһының элекке башлығы Карли Фиорина Трамптың ИДИЛ вербовкалаусыларының интернет менән АҠШ махсус хеҙмәттәренә ҡарағанда яҡшыраҡ эш итә белеүе тураһындағы раҫлауын хупланы:

Милли именлек хеҙмәте терроризмда шик аҫтына алынғандар базаһына индерелгәндәр менән генә ҡыҙыҡһына. Әммә ИДИЛ базала булмағандарҙы үҙ яғына ауҙара, йәғни улар һеҙҙең контроль аҫтында түгел. Милли именлек департаменты иһә уларҙың социаль селтәрҙә нимә эшләүен тикшерә алмауына зарлана. Йә Хоҙай, Америкала бөтә ата-әсәләр, эш биреүселәр быны эшләй ала, ә хөкүмәттең ҡулынан килмәй.”

Республиканлыларҙың АҠШ президенты посына рәсми кандидаты фирҡәнең июлдәге милли съезында Кливлендта иғлан ителәсәк.









Комментариев нет:

Отправить комментарий