понедельник, 14 декабря 2015 г.

Төркиә төньяҡ Ираҡтан ғәскәрен сығара.


Төркиә хәрбиҙәре төньяҡ Ираҡтағы курд “пешмерга”һының Башика күнекмә үткәреү лагерын ҡалдырып китә. Ираҡ киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, дүшәмбе көн лагерҙан 10-12 берәмек хәрби техника колоннаһы сығарылған. Reuters сығанағы хәбәр итеүенсә, был- Анкара һәм Багдад араһындағы килешеү һөҙөмтәһе.

Декабрь башында Төркиә ИДИЛ баҫып алған Мосул янындағы лагерға 130 хәрби хеҙмәткәрен, 25 танк һәм артиллерияһын ебәрҙе. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Ираҡ төньяғындағы төрөктәр төркөмөндә -600 тирәһе хәрби хеҙмәткәр.

Ошо фонда Төркиәнең ИДИЛ-ға ҡаршы ҡоро ер операцияһында ҡатнашырға һәм Ираҡтың ҡайһы бер Анкара борондан үҙенеке тип иҫәпләгән региондарын үҙ контроле аҫтына алырға ниәтләүе тураһында хәбәрҙәр пәйҙә булды. Төрөк хөкүмәте быларҙы инҡар итһә лә, Ирак президенты кисемәҫтән төрөк подразделениеларын сығарыуҙы талап итте. 12 декабрҙә Ираҡ БМО-ның именлек Советына Төркиәнең “халыҡ-ара нормаларҙы һәм хоҡуҡтарҙы” боҙоуы менән бәйле ялыу бирҙе.






Комментариев нет:

Отправить комментарий