понедельник, 14 декабря 2015 г.

Ҡытай: ҠХР Коммунистар фирҡәһен тәнҡитләүсегә 8 йыл төрмә янай.


Социаль селтәрҙә Ҡытай коммунистар фирҡәһен тәнҡитләгән хоҡуҡ һаҡлаусы Пу Чжицян өҫтөнән хөкөм барған Пекиндағы суд бинаһы алдына 50 тирәһе кеше ҡаршылыҡ акцияһына йыйылды.

Форма урынына ябай курткалар кейгән һәм түштәренә смайликтар йәбештергән полицейскийҙар, суд бинаһы алдынан акцияла ҡатнашыусыларҙы этеп сығарыу өсөн, көс ҡулланырға ла тартынманы.

Әгәр беҙ -ябай ҡытайҙар -өнһөҙ ҡалһаҡ, репресиялар башланасаҡ, -ти полиция тарафынан этеп йығылған демонстрацияла ҡатнашыусы ир.-Бына шулай беҙҙе тәүҙә ергә быраҡтырасаҡтар, аҙаҡ репрессиялар башланасаҡ. Беҙгә һүҙ азатлығы кәрәк. Беҙгә демократия кәрәк. Беҙгә тыныслыҡ кәрәк.”

Күп кенә журналистар һәм дипломаттар суд процесына инә алманы.

Пу Чжицян эше сәйәси тип иҫәпләнә. Тибеттең һәм Синьцзяндың этник әҙселегенә ҡарата хөкүмәт сәйәсәтен тәнҡитләгән хоҡуҡ һаҡлаусы, шулай уҡ полицияға кешеләрҙе судһыҙ-ниһеҙ 4 йылға иркенән мәхрүм итергә мөмкинлек биргән хеҙмәт лагерҙары системаһына ҡаршы сығыш яһаусы, үҙе лә 8 йылға хөкөм ителеүе ихтимал.

Пу Чжицян рәссам һәм сәйәси диссидент Ай Вэйвэй адвокаты рәүешендә сығыш яһағандан һуң билдәлелек яуланы.




Комментариев нет:

Отправить комментарий