вторник, 15 декабря 2015 г.

Париж килешеүе: тулы түгел, әммә ҡултамғалар ҡуйылған.




Сәйәсмәндәр һәм активистар Киото килешеүенә алмашҡа килгән тарихи климат килешеүе төҙөлөүен байрам итә. Парижда, Манилала, Сиэттлда һәм күп кенә башҡа ҡалаларҙа тантаналар үтте. Шул уҡ ваҡытта тәбиғәтте һаҡлау ойошмалары фекеренсә, Париж килешеүе- планетаны ҡотҡарыуға тәүге аҙым ғына, сөнки ул әлеге рәүешендә тулы түгел:

-Миндә төрлө тойғолар ҡайнаша. Был килешеү- яҡшы башланғыс, уның булыуы ифрат һәйбәт. Унһыҙ беҙ һәләкәткә барып трөртөлөр инек. Икенсе яҡтан, килешеүҙә йылылыҡтың 2 йәки 1,5 градус сиктәрендә ҡалыуын тәьмин итеүсе оҙайлы маҡсаттар һәм саралар бик үк аныҡ билдәләнмәгән. Климат үҙгәреүе мәсьәләһен беҙ ҡапыл ғына хәл итә, планетаны һәм кешелекте ҡотҡара алмайбыҙ, әлбиттә, әммә хәҙер беҙҙең маҡсатҡа ынтылыу нөктәһе бар,-тип белдерҙе «Гринпис»тың француз бүлеге етәксеһе Жан-Франсуа Жуйяр.

Документ авторҙары фекере буйынса, мөмкин булғанса, максималь консенсусҡа киленгән- ә бит 200 самаһы дәүләттең мәнфәғәттәрен берҙәй күҙ уңында тотоуы ауыр:

-Теләгәндәремдең барыһына ла ирештем. Был килешеү үҙ бурыстарына яуап бирә. Һәр ваҡыт күберәкте талап итергә мөмкин, тик камиллыҡҡа етеү ауыр. Килешеү алда торған бурыстарға тап килә, Киото килешеүенән һуң ул ҙур аҙым,-тип иҫәпләй климат буйынса еврокомиссар Мигель Ариас Каньете.

Париж килешеүенә тантаналы шарттарҙа йома көн ҡул ҡуйылды. Глобаль йылыныуҙы 2 градус, мөмкин булһа хатта 1,5 градус сиктәрендә тотоп тороу өсөн, документ парник газдарын сығарып ташлауҙы һиҙелерлек кәметеүҙе алға ҡуя.

Милли хөкүмәттәр уны раҫлауҙы киләһе йылдың яҙында башлаясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий