пятница, 25 декабря 2015 г.

АҠШ: газ сығыуы экология һәләкәтенә алып килеүе ихтимал.


Яңы инфраҡыҙыл видео Лос-Анджелес янындағы ер аҫты һаҡлағысынан күпләп газ сығыуын күрһәтә. Экологтар саң ҡаға һәм эколгия хәүефе хаҡында һөйләй. Ябай күҙгә газ сығыуы күренмәй. Инфраҡыҙыл видеоны ҡарағас ҡына белгестәр һәләкәт кимәлен баһалай алған. Тәүге иҫәп буйынса, Лос-Анджелес янындағы һауаға һәр сәғәт һайын 50 тоннанан ашыу метан эләгә. Властар быны раҫлай һәм уның тирә-йүнгә эҙемтәләре оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал тип иҫәпләй.

Яҡын-тирәләге 2 мең йортта йәшәүсе халыҡ эвакуацияланған, мәктәптәр ябылған, әммә Лос-Анджелес тирәһендә йәшәүселәр хәүеф эсендә, улар, ҡаршылыҡ акцияларына сығып, газ сығыуын туҡтатыуҙы талап итә. Газ компанияһы вәкилдәре әйтеүенсә, улар мөмкин булғандың барыһын да эшләй, тик хәлде нормалләштереү өсөн кәм тигәндә бер нисә аҙна кәрәк буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий