пятница, 25 декабря 2015 г.

Пекиндан Миланға ҡәҙәр: тын алыуы ауырлаша.


Һуңғы ваҡыт күп кенә илдәрҙә, айырым алғанда Ҡытайҙа, һауаның бысраҡлығы рекорд ҡуя. Ҡытайҙа, Пекинды ла индереп, кәм тигәндә 40 ҡалала юғары хәүеф кимәле иғлан ителгән. Бында транспорт хәрәкәте сикләнде, бер нисә көнгә мәктәптәр ябылды.

-Әлбиттә, бөгөн һауаны зәңгәр килеш күрергә өмөтләнгәйнем,-ти бер уҡытыусы.-Ул кире ҡайтыр һәм балалар мәктәпкә килә алыр, тип өмөтләнәм.

Синьсян ҡалаһында һауалағы хәүефле өлөшсәләрҙең тупланмаһы бер куб метрға 730 микрограмға еткән- был Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләгән норманан 30 тапҡырға артып китә.

Уҙған аҙнала Иран баш ҡалаһында һауа сиктән тыш бысранды һәм ул, урындағы киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, мөмкин булған күрһәткестәрҙән 7 тапҡырға артҡан. Иран чиновниктары әйтеүенсә, Таһрандағы һауа бысраҡлығы арҡаһында, көн һайын 150-180 кеше үлә.

Римда, атмосфералағы заралы матдәләрҙең артып китеүе арҡаһында, ҡала властары 2 көнгә-дүшәмбегә һәм шишәмбегә-транспорт хәрәкәтен туҡтатҡан. Италияның төньяғында, Миланда ла шундай саралар күрелгән, тик ул саралар 3 көнгә- шаршамбыға ҡәҙәр һуҙыласаҡ.

Һауа бысраныуынан Босния һәм Герцеговина ла ыҙа сигә. Сараевола мәктәптәр ябылған. Медицина учреждениелары һаҡлағыс битлектәр кейергә тәҡдим итә, әммә баш ҡала дарыуханаларында ул бөткән. Волонтерҙар битлектәрҙе ҡала халҡына бушлай тарата.

Врачтар әйтеүенсә, заралы матдәләр организмға үтеп инә һәм унда туплана. Был иһә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында проблема тыуҙырыуы һәм яман шеш ауырыуҙарына алып килеүе ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий