четверг, 31 декабря 2015 г.

Эль-Ниньоның Яңы йыл “бүләге”- ике Америкала ла ташҡындар.


Ҡойма ямғырҙар арҡаһында, Миссури штатында һыуҙар ташҡан, кәм тигәндә, өс кеше һәләк булған, икәүһе хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Америка киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, автомобилдә ултырға кешеләрҙе ташҡын ағыҙып алып киткән. Әлеге мәлдә штаттың иң ҙур автотрассаһының бер өлөшө ябыҡ, Миссисипи ташҡан һәм 7 округтағы байтаҡ урындарҙы һыу баҫҡан. Бында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Миссури властары, 20 йыл эсендәге иң ҙур ташҡын был, тип иҫәпләй.

Иллинойс штатында ла шундай уҡ хәлдәр.

Парагвайҙа ла ташҡындар. Унда, кәм тигәндә, 6 кеше һәләк булған. Ил башҡалаһы Асуньсьонды һәм тағы ҡайһы бер ҡалаларҙы һыу баҫҡан. 140 мең кеше йорттарын ташлап китергә мәжбүр. Зыян күргән региондарҙа халыҡ эсәр һыу, аҙыҡ-түлек, медикаменттар етмәүгә зарлана.

Уругвай, Бразилия, Аргентинала ла көслө ташҡындар.

Метеорологтар уҙып барған йылдың һуңғы көндәрендә ике Америкаға ябырылған тәбиғәт ҡазаһын Тымыҡ океандың экватор өлөшөндә температура күтәрелеүенә алып килгән йылы ағым- Эл-Ниньо климат феномены менән бәйләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий