среда, 30 декабря 2015 г.

Италия Альптары: ҡайҙа яна, ҡайҙа сәскә ата.


Көслө янғындар Италия Альптарының көньяҡ-көнсығышындағы Азиаго платоһында 100 гектарҙан ашыу урманды юҡ итте. Стихия ҡазаһы диңгеҙ кимәленән 2000 метр бейеклектә булды.

20 бригада янғын менән көрәште, әммә көс етерлек түгел ине.
Ямғыр ҙа, ҡар ҙа яумағанлыҡтан, ер бик ныҡ кипкәйне, ә ел, ҡотороноп, утты артабан ҡыуҙы. Янғын һүндереү эшенә өс вертолет та ҡушылды.

Көтөлмәгән йылылыҡ арҡаһында, Больцанола (Көньяҡ Тироль) яҙғы сәскәләр пәйҙә булды. Ике айҙан ашыу инде бында ямғырҙар ҙа, ҡар ҙа юҡ. Йыл аҙағында сәскә атҡан магнолиялар һәм йәсминдәр- һирәк күренеш.

Ҡар етмәү арҡаһында, ҡышҡы шифаханаларҙа тау саңғыһы сезонын асыу һуңлай.




Комментариев нет:

Отправить комментарий