среда, 30 декабря 2015 г.

Сәғүд Ғәрәбстаны өсөн бумеранг.


Нефткә хаҡтар төшөүе арҡаһында килеп тыуған бюджеттың рекорд кимәлендәге дефициты Сәғүд Ғәрәбстаны властарын, дәүләт ҡаҙнаһын тултырыу өсөн өҫтәлмә сығанаҡтар эҙләргә мәжбүр итә. Хөкүмәт киләһе йылда бюджет дефицитын 98 миллиардтан 87 миллирдҡа ҡәҙәр ҡыҫҡартырға йыйыныуы хаҡында иғлан итте. Ошоға бәйле экономия саралары күреләсәк. Айырым алғанда, электр энергияһы һәм яғыулыҡҡа субсидиялар кәметеләсәк, шулай уҡ НДС индереләсәк. Бынан тыш, Әр-Риядта белдереүҙәренсә, моғайын, эске һәм тышҡы займдар алырға тура килер.

Сәғүд Ғәрәбстаны етәкселеге раҫлауынса, ил иҡтисадының ауырлыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ потенциалы бар, һәм киләһе йылдағы төп маҡсат булып дәүләт ресурстарын эффектив ҡулланыу тора.

Эксперттар билдәләүенсә, Әр-Рияд, Сүриәләге Бәшәр Асад режимын яҡлаған Рәсәй һәм Ирандан үс алыу өсөн, нефть сығарыуҙы арттырып, хаҡтарҙы махсус рәүештә төшөргән. Тик, нефть сығарыусы илдәрҙең иҡтисадына һөжүм яһап, Сәғүд Ғәрәбстаны үҙе лә зыян күргән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий