вторник, 29 декабря 2015 г.

Әхмәт Дауыт улының Рәсәй менән яңынан дуҫлашырға ниәте бар.


Төркиә Рәсәй самолетын бәреп төшөргәнде белмәне тип, Анкара ныҡышыуын дауам итә. Төрөк премьеры Әхмәт Дауыт улы дүшәмбе көн Рәсәйҙең күптәнге дуҫы - Сербияла булды, һәм үҙ иленең ғәмәлен йәнә аҡларға тырышты.

Сәйәсмән Мәскәү- Белград дуҫлығы хаҡында хәбәрҙар булыуын һәм был дуҫлыҡҡа ҡаршы түгеллеген әйтте һәм артабан Рәсәй- Төркиә мөнәсәбәттәре лә яйланыр тигән өмөтөн белдерҙе.

Әхмәт Дауыт улы, Төркиә премьер-министры:

-Был ваҡиғаларға, Рәсәй Сүриә конфликтына ҡыҫылғанға ҡәҙәр беҙҙең арала һәйбәт мөнәсәбәттәр ине. Фирҡәбеҙ идаралығы осоронда ул мөнәсәбәттәр яҡшыра ғына барҙы. Беҙ, дуҫлыҡты тергеҙеп булыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Шул уҡ ваҡытта Төркиә, Рәсәй талап иткәнсә, бәреп төшөрөлгән Рәсәй бомбардировщигы өсөн ғәфү үтенергә теләмәй. Дүшәмбе Владимир Путин Анкараға ҡаршы яңы санкциялар тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Был юлы Рәсәй индергән сикләүҙәр төрөк фирмаларына ғына түгел, төрөк граждандары контроле аҫтындағы ойошмаларға ла ҡағыла. Бынан алда Рәсәй властары илгә төрөк ауыл хужалығы продукттарын индереүҙе сикләне, идара итеүсе Ғәҙеллек һәм үҫеш фирҡәһенә ҡаты оппозицияла торған төрөк курдтары менән диалогты башлау хаҡында иғлан итте.






Комментариев нет:

Отправить комментарий