Финдарҙың
сик буйы хеҙмәте үҙенең Рәсәй сиген
япты. Ливан, Афғанстан һәм Сүриәнең
тиҫтәләрсә ҡасағы Рәсәй территорияһындағы
сик буйында тороп ҡалды. Унда хәҙер минус 20
градус. Кешеләр машиналарҙа йылынырға
мәжбүр. 26-27 декабрҙә Салла сик буйы
пункты аша 10 кеше үткән. Улар барыһы ла
һыйыныу урыны һорап мөрәжәғәт иткән.
-Мин
балаларым менән Финляндияла һыйыныу
урыны эҙләйем,-ти Афғанстан ҡасағы.-Беҙ
шартлауҙарһыҙ тыныс тормош теләйбеҙ!
Төньяҡ
сик буйы контроль-үткәреү пункттары
аша Финляндияға 650 самаһы кеше килгән,
уларҙың дүрттән бер өлөшө Рәсәйҙә бер
нисә айҙан алып бер нисә йылға ҡәҙәр
йәшәгән.
Шәмбе
көн сик буйына 6 пассажир ултырған машина
килде, уларҙың бишәүһе Финляндиянан
һыйыныу урыны һораны. Алтынсыһы- Рәсәй
гражданины, ул һыйыныу урыны һораманы,
тик уны хәҙер легаль булмаған юл менән
сик аша кешеләр ташыусы, тип шикләнәләр.
Эске
эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса,
Финляндияға, һыйыныу урыны һорап, йыл
аҙағына ҡәҙәр 30-35 мең кеше килеүе ихтимал.
Бынан алда 50 мең мигрант килер тип
көткәйнеләр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий