понедельник, 28 декабря 2015 г.

Британия: армия ташҡынға ҡаршы көрәшә.


Британия властары, Англияның төньяҡ-көнбайышындағы емергес ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн, яңы хәрби подразделениелар ебәрә. Бынан алда ҡотҡарыу эштәренә Йоркширҙа йөҙҙәрсә хәрбиҙе йәлеп итеүҙәре хаҡында иғлан ителгәйне, әммә был ғына әҙ булып сыҡҡан.

Йәкшәмбе кис премьер-министр Дэвид Кэмерон килеп тыуған хәл буйынса ашығыс рәүештә кабинет ултырышын йыйҙы. Властар ҡайһы саҡ был кимәлдәге стихияға ҡаршы торорға әҙер түгеллектәрен танырға мәжбүр.

Беҙ хөкүмәткә һаҡлағыс ҡоролмалар төҙөүҙе финанслау зарурлығы хаҡында әйтә килдек. Тик шуны ла танырға кәрәк: ҡоролмаларҙың ташҡын һыуҙы туҡтата алыуы икеле. Бығаса күрелгән ваҡиға түгел был. Шулай ҙа бындай хәлдәрҙе булдырмау хәстәрлеген күрергә кәрәк,”-ти бер ҡатын.


Стихия Ланкашир, Төньяҡ һәм Көнбайыш Йоркшир графстволарына бигерәк тә ҡурҡыныс тыуҙыра. Метеобюро хәлдәрҙең кеше ғүмере өсөн хәүефле булыуы тураһында киҫәтә. Хөкүмәт, стихиянан иҡтисади зыяндың миллиард фунттан ашып китәсәген иҫәпләп сығарған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий