воскресенье, 13 декабря 2015 г.

Донъяла бишенсе ислам республикаһы барлыҡҡа килде.


Гамбия президенты илен ислам республикаһы тип иғлан итте. Яйя Джамме белдереүенсә, властар ошо рәүешле граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡшыраҡ яҡлай аласаҡ: ҙур булмаған Африка дәүләтендәге 1,7 миллион кешенең 90 проценты- мосолмандар.

Дәүләт башлығы шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: “ислам республикаһы”ның “Ислам дәүләте” менән уртаҡлығы юҡ. Закондарҙа дини булмаған нормалар ҙа, шәриғәт ҡанундары ла урын аласаҡ.

Гамбия граждандарына үҙҙәре теләгән динде тотоу хоҡуғы бирелгән, ниндәйҙер мотлаҡи сикләүҙәр индереү ҡаралмаған.

Әле донъяла 4 ил үҙен рәсми рәүештә “ислам республикаһы” тип атай, улар- Иран, Пакистан, Афғанстан һәм Мавритания.





Комментариев нет:

Отправить комментарий