воскресенье, 13 декабря 2015 г.

Сәғүд Ғәрәбстаны: тәүге һайланған ҡатын.


Сәғүд Ғәрәбстанында муниципаль совет составына тәүге тапҡыр ҡатын кеше һайланды. Сәлмә бинт Хизаб әл-Отеби Мәккә районы советтарының береһе составына инәсәк. Шәмбе көн үткән урындағы һайлау һөҙөмтәләре асыҡланып бөтмәгән-  йәнә 4 ҡатын депутат мандаты алыуы ла ихтимал.

Участкаларға 600 мең кеше килде, шуларҙың 130 меңе- ҡатын-ҡыҙҙар, йәғни тауыш биреүселәрҙең 24 проценты,-тип хәбәр итте һайлау комитеты башлығы Ғәҙиә әл-Ҡахтани.

Сәғүд Ғәрәбстаны ҡатын-ҡыҙҙары тәүге тапҡыр һайлау һәм һайланыу хоҡуғы алды. Короллектәге һайлауҙар урындағы советтарға ғына үткәрелә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәйәси тормошта ҡатнашыуына төрлө кәртәләр ҡамасаулай, шулай ҙа гүзәл зат быны ҙур алға китеш тип иҫәпләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий