34
ил башлығы Римдағы өс көнлөк халыҡ-ара
конференцияла Урта диңгеҙ буйы именлеге
мәсьәләлре хаҡында һөйләшәсәк.
“Осрашыу
Урта диңгеҙ регионы өсөн ҡатмарлы мәлдә
үтә: терроризмдың таралыуы; Сүриә,
Ливиялағы көрсөктәр, Яҡын Көнсығыштағы
хәлдәрҙе яйға һалыуҙағы торғонлоҡ,”-тип
белдерҙе “Урта диңгеҙ диалогы”н асып
Италия премьер-министры Маттео Ренци.
“Бөгөн-
халыҡ-ара кеше хоҡуҡтарын һаҡлау көнө,
әммә Фәләстин автономияһы халҡы үҙ
хоҡуҡтарын яуламай тороп, донъялағы
миллиондарса кеше донъяла ғәҙеллек
барлығына ышанмаясаҡ,”-тип үҙ сиратында
конференцияла сығыш яһаны Иордания
короле Абдалла II.
Кесаҙна
Иордандың Көнбайыш ярында, фәләстиндең
һөжүм итеүе арҡаһында, 4 израилле
яраланды. Октябрь башынан алып бәрелештәрҙә
Фәләстиндең 100-ҙән ашыу һәм Израилдең
19 кешеһе ҡорбан булды.
Рим
конференцияһының көн тәртибендә именлек
мәсьәләләре һәм гуманитар көрсөктәрҙе
яйға һалыуҙан тыш региондың иҡтисади
үҫеше һәм энергетикалағы перспективаларға
ла урын биреләсәк.
“Урта
диңгеҙ диалогы” программаһында ЕС-тың
сит ил эштәре һәм именлек сәйәсәте
буйынса баш вәкиле Федерика Могерини
ҡатнашлығындағы ябыҡ сессия уҙғарыу
ҙа ҡаралған.
Йома
көн “Махсус диалог” секцияһында Рәсәй
сит ил эштәре министры Сергей Лавровтың
сығышы планлаштырылған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий