Канада
Хәрби Һауа көстәре самолеты кесаҙна
кис Торонтоға 416 сүриәлене алып килде.
Икенсе борт шәмбе көн Монреалгә килеп
төшәсәк. Сүриә ҡасаҡтарына яңы йорт
табырға ярҙам итеү өсөн, Канада
хәрби-транспорт авиацияһын эшкә екте.
Хөкүмәт
планы буйынса, декабрь аҙағына ҡәҙәр
илгә күсенергә мәжбүр булған 10 мең
сүриәле киләсәк. Ғинуар-февралдә- йәнә
15 мең. Канада халҡы хәйриә фондтары аша
тағы 10 мең Сүриә ҡасағының күсенеүен
финансланы.
Канада
Хәрби Һауа көстәре ҡасаҡтарҙы Ливан
һәм Иорданиянан ташый- унда ҡасаҡтарҙы
ҡабул итеү һәм теркәү үҙәктәре асылған.
Тулы ғаиләләргә һәм балалы ҡатындарға
өҫтөнлөк бирелә. Именлекте күҙ уңында
тотоп, Канада властары яңғыҙ йәш ир-атҡа
һыйыныу урыны бирмәҫкә тырыша.
Һыйыныу
урыны биреү хаҡында ғариза ҡабул итеүсе
хеҙмәткәрҙәрҙең төп бурысы- ғаризнамә
яҙыусыларҙың шәхесен һәм уларҙың
инабатлы булыуын асыҡлау.
Комментариев нет:
Отправить комментарий