четверг, 10 декабря 2015 г.

”ЕС үҙгәртеп ҡоролорға тейеш!”-Кэмерондың Польшаға һәм Румынияға визиты.


Париж теракттарынан һуң киҫкенләшкән именлек көрсөгө фонында Бөйөк Британия һәм уның Евроберләшмә буйынса партнерҙары араһындағы мөнәсәбәттәр ҡайтанан ҡаралырға тейеш, тип иҫәпләй Британия премьер-министры Дэвид Кэмерон. Үҙ фекерен ул Польшаға визиты барышында белдерҙе һәм теләктәштәр табыуын әйтте. Коллегаһы Беата Шидло менән һөйләшеүҙән һуң, Кэмерон былай тине:

Беҙ икебеҙ ҙә бер үк нәмәне теләйбеҙ: милли парламенттар көслөрәк булырға һәм ЕС барыһы ла ныҡлы берләшергә ынтылмауын танырға тейеш. Еврозона илдәре мөнәсәбәттәре, шул иҫәптән ул зонаға инмәгән Польша һәм Британия кеүек илдәр мөнәсәбәттәре лә, яңы ҡағиҙәләргә таянып ҡоролорға тейеш. Беҙ икебеҙ ҙә, Евроберләшмә үҫеш һәм эш урындары сығанағы булһын өсөн, күберәк тырышлыҡ һалырға кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ.”

Шидло иһә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: Польша, Британия ЕС структураларында ҡалһын өсөн, уны яҡларға ниәтләй.

Көн элгәре Британия премьеры еврозонаға инмәгән Евроберләшмәнең йәнә бер илендә- Румынияла булды. Бухареста ул төнгө клуб ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алды- октябрҙәге янғын һөҙөмтәһендә 60 кеше һәләк булғайны. Ил президенты Клаус Йоханнис менән осрашыу ваҡытында, Кэмерон йәнә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: реформалар үткәрелгән хәлдә генә, Британия ЕС составында ҡаласаҡ.






Комментариев нет:

Отправить комментарий