четверг, 10 декабря 2015 г.

Франциялағы һайлауҙар: һайлаусылар үтә уңдарҙы туҡтатырға әҙер.


Францияла ике региондағы урындарҙағы һайлауҙарҙа үтә уң Милли фронттың еңеүе хәҙер улай уҡ ҡотолғоһоҙ күренмәй. Һуңғы һорашыуҙар буйынса, Милли фронт лидеры Марин Ле Пен һәм уның туғаны Марион Марешаль-Ле Пен Төньяҡ-Па-де-Кале-Пикардия һәм Прованс-Альптар-Лазурный яры региондарында үҙҙәренең уң “Республиканлылар”ҙағы оппоненттары Ксавье Бертран һәм Кристиан Эстрозиҙан артта килә. Милли фронттың еңеүгә өмөтө ҙур булған урындарҙа социалистар уңдар файҙаһына көрәштән баш тартты.

Тәүге тур һөҙөмтәләре буйынса, Милли фронт 13 региондың 6-һында алға сыҡты. Улар артынса финишҡа “Республиканлылар” һәм уларҙың союздаштары килде. Идара итеүсе Социалистар фирҡәһе өсөнсө урында.

Марион Марешаль-Ле-Пен оппоненты Кристиан Эстрозиҙы оппортунислыҡта ғәйепләне:

Ниндәй Эстрози хаҡында һүҙ бара? Әлегеһе хаҡындамы? Һанаулы ғына көндәр эсендә һулдар кандидатына әүерелгәне хаҡындамы? Әллә элек Жан-Мари Ле Пендың “Милли фронты” менән альянс теләгән Эстрози хаҡындамы? 1988, 1991, 1992, 1993 һәм 1998 йылдарҙа шулай булдымы? Бик сәйер кеше минең дәғүәсем!

Үтә уңдарҙың еңеүенән һуң, күп француздар Республика алдындағы үҙҙәренең бурысын иҫкә төшөрҙө. Икенсе турҙың үтә лә мөһимлеген аңлап, йәшәгән урыны буйынса һайлай алмусылар теркәүҙән төшөрөү талондары ала.

Мин кем өсөн тауыш бирергә белмәнем, ә хәҙер үҙемде ғәйепле итеп тоям..,”-ти бер ҡатын.

Икенсе турҙа һүҙ уңдар һәм һулдар хаҡында барһа, мин урынымдан да ҡуҙғалмаҫ инем. Ә хәҙер хәлдәр етди тора..,”-ти оло йәштәге ир.

Уңдар һәм һулдар Милли фронтҡа кәртә ҡуя алырмы?

Бындай хәлдәр элек тә булғайны: 2002 йылдағы президент һайлауҙарында, икенсе турҙа Жак Ширак Жан-Мари Ле-Пен менән йөҙгә-йөҙ тороп ҡалғас, һулдар Жак Ширакты яҡлап сыҡты. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий