Дональд
Трамптың сығышы мосолман донъяһында
негатив реакция тыуҙырҙы, тик берәү ҙә
аптыраманы. Аналитиктар билдәләүенсә,
миграция көрсөгө һәм теракттар арҡаһында
үҫә барған исламофобия фонында Америка
сәйәмәненең һөйләнеүҙәре шул рәүешле
бик күп хәбәр сурытыусыларҙан әллә ни
айырылмай.
-Президентлыҡҡа
кандидаттың шундай хәбәрҙәр һөйләүе
бик йәл. Был, бөтә мосолмандар ҙа-
террорист, тиеүгә бәрәбәр. Ваҡыт-ваҡыт
беҙ шундай исламофобия күренештәрен
күҙәтәбеҙ,-ти Индонезияның халыҡ-ара
мөнәсәбәттәр буйынса ғалимдар советы
комиссияһы башлығы.
Пакистанда-
Сан-Бернадинола үлтереш ойошторған ир
һәм ҡатын сығыштары менән шунан- бөтә
мосолмандарҙы ла теракт ойоштороуҙа
ғәйепләүҙе ярамаған эш тип иҫәпләйҙәр:
-Әлбиттә,
Ташфин Малик ҡот осҡос эш ҡылған, әммә
бының өсөн бөтә милләтте язаларға
ярамай. Бер кеше эшләгән енәйәт өсөн
бөтә халыҡты, бөтә мосолмандарҙы
ғәйепләргә кәрәкмәй.
Дональд
Трапмтың белдереүе иһә уның электораты
иҫәбенә кире йоғонто яһауы бик мөмкин.
-Расистик
кәйефтәр мосолмандарға ғына түгел,
Ҡушма Штаттарҙың барса этник төркөмдәренә
зыян һала. Трамп, ябай ғына калькулятор
һатып алып һәм юғалтҡан тауыштарын
иҫәпләп, үҙенә бик ныҡ ярҙам итә алыр
ине. Һайлаусыларҙың тотош бер өлөшөнә
арҡа ҡуйып, үҙеңде шәп сәйәсмән тип
һанарға ярамай,-ти Рамаллахта эшләүсе
Америка консультанты Сэм Бахур.
Яҡын
Көнсығыштың киң мәғлүмәт саралары Трамп
сығышының дошманлыҡты арттырыуын һәм
террористар тирмәненә һыу ҡойоуын
билдәләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий