вторник, 8 декабря 2015 г.

Әр-Риядта Асад менән кем һөйләшергә тейешлеген хәл итәләр.


Бөгөн Сәғүд Ғәрәбстанында “уртасыл Сүриә оппозицияһы” вәкилдәре ҡатнашлығындағы ике көнлөк консультациялар башлана. Әр-Риядтағы осрашыу Сүриә президенты Бәшәр Асадҡа ҡаршы булғандарҙы асыҡларға тейеш, шуға ҡарамаҫтан улар артабан президент вәкилдәре менән осрашыуға әҙер буласаҡ. Хомс провинцияһы губернаторы ышандырыуынса, консультациялар башланыр алдынан 
2 000 самаһы ҡораллы баш күтәреүсе, хөкүмәт менән һөйләшеүҙәрҙе хуплап, Ваар округындағы позицияларын ҡалдырып киткән.

Талал әл-Барази, Хомс провинцияһы губернаторы:

Мин шуны әйтер инем: халыҡ-ара тырышлыҡ арҡаһында, килешеүгә юл асылды. Былар барыһы ла килешеүҙе тиҙерәк тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәк.”


Мәскәү һәм Вашингтон кемде “уртасыл оппозиция”ға индереү хаҡында байтаҡ баш ватты. Әммә Венала үткән ноябрь айындағы һөйләшеүҙәрҙә диалогты башларға ҡарар ителде. Хәбәр ителеүенсә, Ә-Риядта “Азат Сүриә армияһы,” “Джаиш әл-Ислам” һәм “Ахрар аш-Шам” төркөмдәре вәкилдәре йыйыласаҡ. Һуңғы икәүһе үҙҙәрен сәләфтәргә индерә, ИДИЛ менән көрәшә һәм бөтә донъя хәлифәлегенә ҡаршы сыға. Һөйләшеүҙәрҙә ИДИЛ һәм “Әл-Ҡаиҙә” менән бәйле “Фронт ан-Нусра” ҡатнашмаясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий