вторник, 22 декабря 2015 г.

Йыл башынан алып ЕС-ҡа миллиондан ашыу мигрант килгән.


Йыл башынан алып Европа Берләшмәһенә килгән ҡасаҡтар һаны миллиондан ашып киткән- дүшәмбе көн Миграция буйынса халыҡ-ара ойошма шундай мәғлүмәттәр бирҙе. Мигранттарҙың күпселеге сығыштары менән Яҡын Көнсығыш илдәренән, Афғанстандан һәм төньяҡ Африканан. Унда конфликттар туҡтамай, шуға күрә ҡасаҡтар ағымы ла кәмемәй.

БМО фекеренсә, хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн, тыныслыҡ булдырыуға көс һалырға кәрәк:

Беҙ ҡасаҡтарҙың күбәйеүен теләмәйбеҙ, ә бының өсөн тыныслыҡ булдырырға кәрәк. Планетала конфликттар арта бара, халыҡ-ара йәмәғәтселектең уны туҡтатырға көсө етмәй, шуға ла тыныслыҡты булдырыу маҡсатында дипломатик әүҙемлек кәрәк.”

Мигранттарҙың күбеһе Евроберләшмәгә диңгеҙ юлы менән килә, юлда меңдәрсә кеше ҡырыла. Ҡайһы берҙәре ЕС-ҡа Балкан илдәре аша йүнәлә, тик сик буйҙарында контроль ҡатылана бара. Әлеге мәлдә Евроберләшмәнең башын ауырттырған төп проблема- ҡасаҡтар проблемаһы.






Комментариев нет:

Отправить комментарий