вторник, 22 декабря 2015 г.

Италия: ҡыш- ҡоролоҡ осоро.


Ямғырҙар яумауы Италияның ҙур ҡалаларындағы экология хәлдәрен хөртәйтә. Ҡоро көндәрҙә мегаполистарҙы ҡара һөрөм ҡаплай. Властар талабы буйынса, Рим, Милан, Турин һәм Болоньела автомобилдәр хәрәкәте сикләнде, был ҡалаларҙа ике ай инде яуым-төшөм булғаны юҡ. Яҡын көндәрҙә ямғырҙар яумаһа, һауалағы ваҡ туҙан 35 йыл эсендәге иң юғары кимәлгә етәсәк.

Массимилиано Паски, климат белгесе:

Алдағы ҡышҡы осор йылылығы һәм ямғырҙарҙың һирәк яуыуы менән айырылып торасаҡ.”

Римда, мәҫәлән, автмобилдәр хәрәкәте бишенсе яртынан туғыҙынсы яртыға ҡәҙәр сикләнгән. Был ваҡытта йә таҡ, йә йоп номерлы машиналарға ғына йөрөргә рөхсәт ителә. Баш ҡалала был сараны 53 тапҡыр ҡулланғандар, Миланда- 96 һәм Туринда 75 тапҡыр.



Комментариев нет:

Отправить комментарий