Мысыр
ҡатын-ҡыҙҙары, йәмғиәттәге көс
ҡулланыуҙарға ҡаршылыҡ белдереү өсөн,
урамдарға сыҡты. Демонстрация Ҡаһирәлә
матбуғат хеҙмәткәрҙәре профсоюзы бинаһы
алдында үтте. БМО мәғлүмәттәре буйынса,
Мысырҙағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың 99 проценты
көс ҡулланыуҙарға һәм енси көсләүҙәргә
дусар. Илдә йыл һайын 200 000 енси көсләү
була.
Ҡаршылыҡ
акцияһында ҡатнашыусылар һөйләй:
“Минең
бер танышым төрлөсә мыҫҡыл итеүгә дусар
булды һәм аҙаҡ үҙен үк ғәйепләп ҡуйҙылар.
Тейешенсә иғтибарлы түгел тип, ире уны
гел туҡманы.”
“Беҙҙең
Мысырҙа көс ҡулланыуҙарҙың бер нисә
формаһы бар, шуларҙың иң аяуһыҙы- малай
тапҡанға тиклем ҡатынды бала табырға
мәжбүр итеү. Ошондай “репродуктив көс
ҡулланыу” арҡаһында, бик күп ҡатын-ҡыҙҙар
үлә”.
Социологик
тикшеренеүҙәр шуны күрһәткән: һуңғы
йылдарҙа, сәйәси тотороҡһоҙлоҡ, идара
итеүсе режимдарҙың алмашынып тороуы
һәм социаль тетрәнеүҙәр арҡаһында,
Мысыр ҡатын-ҡыҙҙарына ҡарата көс
ҡулланыуҙар артҡан.
Мөхәммәт
Шәйехибраһим, “Евроньюс”:
“Ғәрәп
илдәрендәге ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс
ҡулланыуҙар кимәле донъяла иң юғарыһы.
Шуға ҡарамаҫтан, бөгөнгө ҡаршылыҡ
акцияһы ҙур түгел, ә бит улар ғәрәп йәмәғәтселеге йәшереүҙе хуп
күргән етди проблемаға иғтибарҙы
йүнәлтергә тырыша.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий