среда, 23 декабря 2015 г.

Стамбул аэропортындағы шартлау артында кем тороуы әлегә билдәһеҙ.


Стамбулдың Sabiha Gökçen икенсе халыҡ-ара аэропортында шаршамбыға ҡаршы төндә бер ҡатын һәләк булған, берәүһе яраланған.

Ҡала губернаторы хәбәр итеүенсә, Мәскәү ваҡыты менән 3 сәғәттә лайнерҙар торған зонала шартлау яңғыраған. Pegasus авиакоманияһы самолеты янындағы йыйыштырыусы ике ҡатын зыян күргән. Һуңыраҡ башы яраланған Зөһрә Ямач һәләк булған.

Полиция, терактты ла индереп, төрлө версияларҙы ҡарай. Был аэропортта, шулай уҡ Стамбулдың Ататөрөк исемендәге аэропортында именлек саралары көсәйтелгән. Яҡын-тирәләрҙәге райондарҙа транспорттарҙа тикшереү бара. Ваҡиға өсөн яуаплылыҡты әлегә бер кем дә алмаған.

Аэропорт мәғлүмәттәре буйынса, уҙып барған ошо йылда ул 26 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндергән.






Комментариев нет:

Отправить комментарий