среда, 23 декабря 2015 г.

Греция: кешеләр ағымын ҡасаҡтарға һәм мигранттарға бүләләр.


Ҡасаҡтар тейәлгән кәмәләр Грецияның Лесбос утрауына йөҙөп килә. Уҙған йәкшәмбе һәм дүшәмбелә генә бында башлыса төньяҡ Африканан 8 мең кеше килеп төшкән.

Ҡасаҡтар лагерында килеүселәрҙе милләттәргә айыра башлайҙар. Һуғыш хәрәкәттәре барған Сүриә, Ираҡ, Афғанстан кешеләре ҡасаҡ статусына дәғүә итә ала, ә Марокко, Тунис, Иран һәм Пакистандандан килеүселәр- рәсми яҡтан- ҡасаҡтар түгел, иҡтисади мигранттар ғына. Уларҙы ватандарына ҡайтырға өндәйҙәр, ә улар теләмәй.

Марокконан килеүселәр бына нимә һөйләй:

Бында бер нәмә лә юҡ, беҙгә ашарға бирмәйҙәр, бик һалҡын.”

Беҙҙең проблеманы хәл итеү мөмкин түгел. Юлыбыҙҙы дауам итә алмайбыҙ. Тик беҙгә ниндәйҙер ярҙам кәрәк, әгәр бында ҡалһаҡ, ятып үләсәкбеҙ.”

Марокко, Тунис, Иран һәм Пакистандың күп кенә граждандары, Сүриә, Ираҡ һәм Афғанстан ҡасаҡтары тип уйлаһындар өсөн, ҙур аҡсаға ялған документтар эшләтә. Ошо документтар менән улар Греция һәм Македония сигенә юл тота, тик полицияны алдау ауыр, ялған документлы кешеләрҙе кире Афинаға боралар, ә унан уларҙы депортацияларға тейештәр.

Иран ҡасағы Сепер ялған документ алыу өсөн, 1600 евро түләгән, әммә сик буйынан уны кире борғандар. Ул Ирандан дини сәбәптәр арҡаһында китеүе хаҡында һөйләй:

Йәштәр Иранды һәм ғаиләһен иҡтисади сәбәптәр арҡаһында ташлап китмәй. Миңә китергә тура килде, башҡаса юл юҡ ине. Динемде алмаштырғаным өсөн, мине йә төрмәгә ултыртырҙар, йә язаларҙар ине. Хәҙер инде нимә эшләргә лә белмәйем.”

Европа социаль-иҡтисад комитеты делегацияһы, урындағы властар һәм хөкүмәттке булмаған ойошмалар менән аралашыу өсөн, Грецияның Лесбос утрауында һәм Греция-Македония сигендә булды.

Европа шуны аңларға тейеш: был кешеләрҙе яҡларға кәрәк. Хөкүмәттәр әлеге хәлде төҙәтергә тейеш. Һуғышты туҡтатыу, ә был кешеләргә ярҙам итеү зарур. Кешенең үҙен күрергә теләмәүҙәрен тойоуынан да насары юҡ,”-ти грек волонтеры.

Еuronews хәбәрсеһе Панос Кицикопулос һөйләй:

Ошо палатка артында Греция-Македония сиге. Гректар өсөн- төньяҡтағы күршеләренә барыу юлындағы бер туҡталыш ҡына ул, ә был урынға килеп еткән ҡасаҡтар өсөн -хыялына- Төньяҡ йәки Көнбайыш Европа тормошона аҙым.






Комментариев нет:

Отправить комментарий