Human
Rights Watch хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы Бруней
властарының Раштыуаны байрам итеүҙе
тыйыуын тәнҡитләй. Ойошма директоры
ярҙамсыһы Фил Робертсон һүҙҙәре буйынса,
бындай тыйыу дин тотоу азатлығын боҙоу
булып тора. Буйһонмай байрам итеүселәргә
20 мең доллар күләмендә штраф янай, йә
булмаһа 5 йыл төрмә, икеһе бергә булыуы
ла ихтимал.
Айырым
алғанда, Раштыуа шыршыларын, биналарҙы
биҙәү, Санта ҡалпаҡтарын кейеү һәм
Раштыуа менән ҡотлау тыйылған.
Урындағы
ислам лидерҙары тыйыуҙы хупланы. Раштыуа
атрибуттарын ҡулланыу икенсе динде
ҡабатлау, динеңдән яҙыу һымаҡ була, тип
иҫәпләй улар.
Тыйыу
2013 йылда Бруней солтанының шәриғәт
ҡанундарына таянып төҙөлгән енәйәт
кодексына нигеҙләнә. Халҡы 420 мең кешенән
торған Бруней – донъяла иң бай, иң етеш
дәүләт. Ил халҡының 32 проценты ислам
динендә түгел.
Ислам
илдәрендә йәшәгән христиандар, социаль
селтәрҙә Раштыуаны яҡлап, кампания
үткәрә. Facebook биттәрендә Пакистан, Ирак,
Сәғүд Ғәрәбстаны һәм башҡа илдәрҙә
йәшәүселәр Раштыуаға биҙәлгән шыршылар
һәм балалар спектаклдәренән өҙөктәр
баҫтыра. “Иcлам
дәүләте”нән азат ителгән Кобани ҡалаһы
кешеләре лә Раштыуа менән ҡотлай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий