СЕУЛ,
1 ғинуар. /ТАСС/. КХДР лидеры Ким Чен Ын
бөгөн Корея Республикаһы менән
мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға һәм милли
берләшеүҙең яңы эпохаһын башларға
саҡырған. Ренхал агенствоһы хәбәр
итеүенсә, был турала ул милләткә Яңы
йыл мөрәжәғәтендә хәбәр иткән. Төньяҡ
Корея лидеры “Төньяҡ һәм Көньяҡ
мөнәсәбәттәрен яҡшыртыу юлдарын асырға
кәрәк”леге хаҡында әйтеп үткән.
Яңы
йыл мөрәжәғәтендә Ким Чен Ын милли
иҡтисадты үҫтереү мөһимлеген дә һыҙыҡ
өҫтөнә алған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий