суббота, 2 января 2016 г.

Греция: ҡасаҡтар ағымы һаман туҡтамай.


Һыуыҡтарға һәм ҡышҡы штормдарға ҡарамай, Сүриә, Афғанстан һәм Ираҡтың йөҙҙәрсә ҡасағы, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, Греция утрауҙарына барып етеп, артабан Көнбайыш Европа илдәрендә яҡшыраҡ тормош эҙләр өсөн, Төркиәнән юлға сыға. Быйылғы йылда тәүге мигранттар төркөмө, Эгей диңгеҙен үтеп, Лесбос утрауына килеп төштө.

Мигранттар фажиғәһе күп артистарҙың иғтибарын йәлеп итә. Танылған Ҡытай рәссамы Ай Вайвэй утрауҙа диңгеҙҙә һәләк булған ҡасаҡтарға мемориал төҙөргә йыйына.

Икенсе донъя һуғышынан һуңғы иң ҙур миграция тулҡыны ирекле ярҙамсылар төркөмөн арт-проект төҙөүгә рухландырҙы. Бөтә донъяға мөрәжәғәт итеү өсөн, улар утрау яры буйында ҡасаҡтар ташлап киткән жилеттарҙы файҙаланды.

Беҙҙең ҡарамаҡта 2500 ҡотҡарыу жилеты һәм 60 ярҙамсы ине. Беҙ яңы йылда һәммәһенә яңы тормошҡа имен сәйәхәт теләйбеҙ. Һәммәһенә лә тыныслыҡ,”-ти ярҙамсыларҙың береһе.

Миграция буйынса Халыҡ-ара ойошма мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Урта диңгеҙҙе аша сығырға ниәтләгән 3700 тирәһе кеше һәләк булған. Лесбос утрауындағы ҡотҡарыу жилеттарынан яһалған тыныслыҡ тамғаһы уларҙың һәйкәленә әүерелде.


Комментариев нет:

Отправить комментарий