понедельник, 4 января 2016 г.

Орегонала ҡораллы ферма хужалары ҡурсаулыҡты баҫып алды.


150 кешенән торған ҡораллы ферма хужалары һәм уларҙың теләктәштәре федераль хөкүмәт ерҙәрен яндырыуҙа ғәйепләнгән ике ранчо хужаһына ҡаршы енәйәт эше асыуға ҡаршы Американың Орегон штатындағы милли ҡурсаулыҡ идаралығы бинаһын баҫып алған. Тиҫтә йылдар буйы көтөү көтөп, үҙ милке тип иҫәпләгән ерҙәрҙә улар зарарлы үҫемлектәрҙе яндырған.

-Гарни округындағы ерҙәрҙең 73 проценты федераль хөкүмәттеке,-ти активист.-Шул рәүешле беҙгә ер ҙә ҡалмай. Тик кешеләр нисек ерһеҙ йәшәһен.


Ополчениелағылар, әгәр көс структуралары баҫып алынған объекттан уларҙы бәреп сығарырға уйлаһа, үҙҙәрен аямайынса ныҡ торасаҡтары хаҡында белдерә. Баш күтәреүселәр етәксеһе федераль властарға ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтеп өйрәнгән. Ике йыл элек бәхәсле көтөүлектәрҙән уны ҡыҫырыҡлап сығарырға ниәтләгәйнеләр, тик ул башҡа ферма хужалары менән бергә ҡулына ҡорал алғас, конфискацияланған малын кире ҡайтарҙылар һәм бер ниндәй ҙә яза биреп торманылар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий