понедельник, 4 января 2016 г.

Брюссель Польшаның ЕС нормаларына тап килеү-килмәүен тикшереүе ихтимал.


Польша, күптәр фекеренсә, киң мәғлүмәт сараларын ҡаты контролдә тоторға тейешле законын ҡабул иткәндән һуң, Брюссель, Варшаваның ЕС-тың фундаменталь нормаларына тап килеү-килмәүен асыҡлау өсөн, бығаса күрелмәгән тикшереү башлау менән янаны. Бер нисә дәүләт телеканалы етәксеһе, был документҡа ҡаршылыҡ йөҙөнән, отставкаға китте.

Киң мәғлүмәт саралары хаҡындағы яңы закон Польшалағы һүҙ азатлығына реаль янау булып тора,-ти Польша радиоһы Беренсе каналы баш редакторы Камиль Даброва.-Баш редактор булараҡ та, журналист булараҡ та бының шулай икәнлегенә шикләнмәйем.”

Айырым алғанда, уҙған аҙнала Польша парламенты ҡабул иткән закон дәүләт телевидениеһы һәм радиоһы идаралығы һәм контроль советтары эше сроктарын тамамлауҙы һәм яңыларын хөкүмәт тарафынан тәғәйенләүҙе күҙ уңында тота.

Беҙ Польшала йәмәғәт киң мәғлүмәт сараларын тергеҙергә, структураларын, финанслауҙы, кадрҙарҙы нығытырға һәм, тәүге нәүбәттә, уны Польша халҡына ҡайтарырға теләйбеҙ,”-тине идара итеүсе “Закон һәм ғәҙеллек”фирҡәһе депутаты  Эльжбета Крук.

Әлегә президент ҡул ҡуймаған, үҙ көсөнә инмәгән закон оппозицияның, йәмәғәт ойошмаларының һәм журналистарҙың ҡаты тәнҡитенә дусар булды. Варшава, Гданьск һәм илдең башҡа ҡалаларында күмәк ҡаршылыҡ акциялары үтте, унда ҡатнашыусылар, яңы ҡағиҙәләр асылда йәмәғәт киң мәғлүмәт саралары өҫтөнән сәйәси контроль индерә, тип иҫәпләй.







Комментариев нет:

Отправить комментарий