вторник, 5 января 2016 г.

Политолог Жиль Кепель: “Сәғүд Ғәрәбстаны ике ут араһында.”


Лоранс Александрович, “евроньюс”: “Жиль Кепель, һеҙ ислам һәм хәҙерге ғәрәп донъяһы белгесе. Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Иран араһында килеп тыуған көрсөк хаҡында нимә уйлайһығыҙ?”

Сәйәсәт белгесе һәм яҙыусы Жиль Кепель: “Сәғүд Ғәрәбстанында 47 кешене үлем язаһына тарттырҙылар. “Әл-Ҡаиҙә” һәм “ИДИЛ” менән бәйләнештәге 43 радикаль сөнни язаланды, сөнки властар өсөн уларҙың ҡәбиләләр менән бәйләнеше әҙселекте тәшкил иткән шиғыйҙарға ҡарата күберәк хәүеф тыуҙыра. Әгәр шулай тип әйтеп булһа, радикаль сөнниҙәрҙе язалау шымараҡ үтеп китһен өсөн, Сәғүд властары бер аҙ шиғыйҙарҙы ла язаланы.. Сәғүд Ғәрәбстаны ике ут араһында ҡалған һымаҡ тойола. Ил эсендә ҡайһы бер Сәғүд эшҡыуарҙары яҡлаған радикаль сөнниҙәр исламы менән көрәш бара, “Әл-Ҡаиҙә” һәм “ИДИЛ”-ды ла яҡлаған был кешеләр хәҙер уларға ҡаршы сығыш яһай. Бер үк ваҡытта Фарсы ҡултығы илдәре араһында өҫтөнлөктө алырға тырышҡан Иран менән дә ҡаршылыҡ бар..Етмәһә нефть барреле өсөн хаҡтар 40 долларҙан да түбәнерәк төшөп китте, был иһә Сәғүд Ғәрәбстаны бюджетын ныҡ йоҡарта. Ошоларҙың һәммәһе лә Сәғүд власы вәкилдәренә баҫым яһай.

Лоранс Александрович, “евроньюс”: Нефть хаҡтары менән бәйле проблемалар башҡа илдәрҙең иҡтисадына нисек йоғонто яһай ала?

Жиль Кепель: Cәғүд Ғәрәбстаны властары проблеманы үҙҙәре тыуҙырҙы: нефть сығарыу кимәлен арттырып, хаҡтарҙы үҙҙәре төшөрҙө. Ни өсөн? Улар АҠШ-ты ниәттәренән кире дүндерергә теләне: американлылар баҙарға сланц нефтен сығарҙы һәм шул рәүешле Сәғүд Ғәрәбстанының, Яҡын Көнсығыш нефтенең өҫтөнлөк алыуына аяҡ сала башланы. Америка сланц нефтен етештереүселәре бындай түбән хаҡтар менән ярыша алмаясаҡ һәм Сәғүд Ғәрәбстаны баҙарҙа лидер булып ҡаласаҡ. Тик был стратегия барып сыҡһын өсөн, ваҡыт талап ителә: бер нисә ай, бер нисә йыл кәрәк булыуы ла ихтимал. Ә был ваҡыт эсендә короллек етди финанс, сәйәси һәм социаль проблемалар менән осрашыуы мөмкин.

Лоранс Александрович, “евроньюс”: “Сүриә һәм Йәмәндәге гибрид һуғыштары миҫалында беҙ региондағы ике көстөң ҡаршы тороуын күрәбеҙ. Эҙемтәләре ниндәй булыр икән?

Жиль Кепель: Региондағы бер нисә держава ваҡиғаларҙы хәүефләнеп күҙәтә, мәҫәлән, нефть илдәренә ингән Рәсәй. Нефткә хаҡтар төшөүө сит ил эштәре министры Лавровты борсой. Сит ил эштәр министрлығы Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Иран араһындағы көсөргәнешлелекте кәметеүгә булышлыҡ итергә тәҡдим итте. Был ғәҙәттән тыш хәл, АҠШ быны булдыра алмай тигән һүҙ был. АҠШ президенты Барак Обама администрацияһы Яҡын Көнсығыштағы ярыштан сығыуын күрһәтә.

Лоранс Александрович, “евроньюс”: “…һәм ИДИЛ төркөмө өсөн ишекте аса?”


Жиль Кепель: “Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Иран араһындағы дипломатик көрсөк ике илгә генә түгел, бөтә регионға тәьҫир итә, был етди көрсөк арҡаһында, ИДИЛ-ға ҡаршы коалицияның уңышлы булыуы икеле.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий