воскресенье, 17 января 2016 г.

Иран халыҡ-ара йәмәғәтселектең талаптарын үтәне- санциялар алынды.


Шәмбе кис МАГАТЭ башлығы Юкия Амано хәбәр итеүенсә, Иран, Атом буйынса дөйөм эш планын үҙ көсөнә индереү маҡсатында, бөтә талаптарҙы үтәгән. “Ошоға бәйле халыҡ-ара йәмәғәтселектең Таһранға ҡарата санкциялары алынды”,- тип белдерҙе үҙ сиратында ЕС-тың сит ил эштәре буйынса баш илсеһе Федерика Могерини.

Бөгөн, Таһран һәм халыҡ-ара алты аралашсы араһындағы тарихи килешеү төҙөлөүгә 6 ай үткәндән һуң, МАГАТЭ Ирандың Атом буйынса дөйөм эш планы сиктәрендәге йөкләмәләрҙе үтәүен тикшерҙе. Иран уның бөтә шарттарын үтәгәнлектән, халыҡ-ара һәм милли кимәлдә индерелгән иҡтисади һәм финанс санкциялары бөгөнгө көндән алына,”-тип аңлатты ул Веналағы һөйләшеү һөҙөмтәләренә бағышланған матбуғат конференцияһында.

Рәсәй сит ил эштәре министрлығы үҙ яғынан шуны өҫтөне: “Росатом” һәм Ирандың атом энергияһы буйынса ойошмалары килешеп эш итеп, байытылған уран Атом буйынса дөйөм эш планында ҡаралған күләмдә  Ислам Республикаһынан алып сығылған.

Иран президенты Хәсән Роухани был ҡарарҙы хупланы һәм халыҡты “данлыҡлы еңеү” менән ҡотланы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий