суббота, 16 января 2016 г.

Рәсәй Генштабы Сүриәлә гуманитар операция үткәрә.


Рәсәй армияһы Сүриәлә үҙенең гуманитар операцияһын башланы. Платформаларҙа- конфликт зонаһында йәшәгән сүриәлеләр өсөн аҙыҡ-түлек, медикаменттар.

Британияла урынлашҡан Сүриә кеше хоҡуҡтары обсерваторияһы РФ самолеттарының хөкүмәт ҡулындағы райондарға ярҙам ташлауы хаҡында хәбәр итте лә инде.

Генштабта раҫлауҙарынса, хөкүмәттеке булмаған халыҡ-ара ойошмалар Сүриәгә гуманитар ярҙам килтерә, әммә уның күп өлөшө боевиктар ҡулына эләгә. Генштабтың баш оператив идаралығы етәксеһе Сергей Рудской:

Әлеге мәлдә төп ярҙам оҙаҡ ваҡыт ИДИЛ ҡамауында булған Дайр-әз-Заур ҡалаһына оҙатыла. Бөгөн Сүриә Хәрби һауа көстәренең Ил-76 хәрби-транспорт самолеты менән, Рәсәй парашют платформаларын файҙаланып, Дайр-әз-Заур ҡалаһына 22 гуманитар йөк килтерелде. Уларҙы таратыу менән урындағы властар шөғөлләнәсәк.”

Уҙған кесе йома БМО һәм башҡа ойошмалар хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡамауындағы Мадайяға аҙна эсендә икенсе гуманитар конвой ебәргән. БМО мәғлүмәттәре буйынса, Сүриә армияһы, боевиктар ҡамауҙарында 450 мең самаһы кеше тороп ҡалған. Сүриәлә 13,5 миллион кеше гуманитар ярҙамға мохтаж.


Комментариев нет:

Отправить комментарий